АҘНАБАЕВ Марат Талғат улы (1.2.1939, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яҡшембәт а.), офтальмолог. БР ФА акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. табибы, РФ‑тың (2004) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. фән эшмәкәре. Т.Ә.Аҙнабаевтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй (1987—2011 йй. офтальмология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1980—2006 йй. Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ директоры, 1983 й. өлкә-ара күҙ микрохирургияһы үҙәғе етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге яңы тыуған балаларҙың күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм операция ярҙамында дауалауҙың яңы алымдарын эшләүгә арналған. А. микрохирургик операцияларҙың яңы ысулдарын, хирургия инструменттарын эшләй. Өфө офтальмологтары ғилми мәктәбенә ниғеҙ һала. А. етәкс. Күмертау, Сибай, Туймазы, Учалы, Яңауыл ҡҡ., Салауат р‑ны Малаяҙ а. офтальмология б‑са микрохирургия үҙәктәре ойошторола; интраокуляр һәм контакт линзалар етештереү б‑са лаб. асыла. 600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 140‑тан ашыу уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең почётлы аҡзаһы (2011 й. алып). БР Офтальмологтар ассоциацияһы президенты (1997 й. алып). БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев, Абхазия Республикаһының “Намыҫ һәм дан” (икеһе лә — 2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Руководство по глазной хирургии. М., 1976 (авторҙ.); Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов. Уфа, 2007 (авторҙ.); Атлас глазной патологии. 2-се баҫ. М., 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке