ИРӘНДЕК, Ирәндектау, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа Оло Ҡыҙыл й. киңлек ағышынан Быҙаулыҡ й. тамағы киңлегенә тиклем һуҙылған. Оҙонлоғо 140 км яҡын, киңлеге төньяҡта һәм көньяҡта 10—12 км, урта өлөшөндә 20 км тиклем. Абс. бейеклеге 987 м (Ҡараташ тауы). И. Һаҡмар һәм Урал йй. басс. һыу айырғысы. Рельефы Баймаҡ ҡ. тиклем уртаса таулы, көньяҡтараҡ тәпәш таулы. Түбәләрен ҡая ҡалдыҡтары (бейеклектәре 50 м тиклем) һәм осло тау ҡырластары биләгән буй теҙмәләрҙән тора. Ел тәьҫиренән барлыҡҡа килгән соҡорло ҡая киртләстәр хас. Һыртта Ҡоҙғонташ (978 м), Тағанташ (961 м), Ҡуянташ (950 м), Дарыулытау (844 м), Ҡалабаштау (750 м), Балтатау (620 м), Сурған (549 м) тауҙары айырыла. Ирәндек свитаһы порфириттарынан, диабаздарынан, туфтарынан һәм туф брекчияларынан тора. Һырт итәктәрендә Төйәләҫ, Таналыҡ, Оло Урғаҙа, Дарыулы, Ҡарайылға, Ҡараһаҙ (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдыҡтары); Ҡыҙыл, Бирҙейылға, Сапсал (Һаҡмар й. ҡушылдыҡтары) һ.б. башлана. Көнбайыш итәге буйында — Талҡаҫ күле, көнсығышында Балыҡлы, Ағаслы күлдәре (Урал й. басс.) һ.б. урынлашҡан. Баймаҡ ҡ. киңлегенә тиклем тау һырттарын — һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай‑ҡарағас‑ҡайын урмандары, көньяҡтараҡ типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡылғанлы‑һолобашлы Волга аръяғы-Ҡаҙағстан далалары биләй. Урыны м‑н татырлан, түшәлеүсән шведка, татырлыҡ юл япрағы, Гмелин татырүләне, татырлыҡ әреме үҫкән тоҙло тупраҡ һәм татырлыҡтар осрай. Ғәҙелша шарлауығы, Ҡоҙғонташ һәм Тағанташ тауҙары, оҫҡон йыуаһы популяциялары — тәбиғәт ҡомартҡылары. И. көньяҡ өлөшө “Ирәндек” тарихиархеологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығына инә.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.