ИРӘМӘЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау массивы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нының төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Баҡты һәм Әүәләк һырттары араһында ята. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 7 км яҡын. Абс. бейеклеге мең м ашыу булған бер нисә түбәһе бар: 1582 м (Оло Ирәмәл т. ауы), 1449 м (Кесе Ирәмәл т. ауы), 1184 м (Ҡолонсаҡ т. ауы) һ.б. Билән м‑н айырылған көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәргә бүленә. Таш йылғалар (ҡара: Курумдар), таш ҡаласыҡтар һәм ҡая ҡалдыҡтары бар. Урта рифейҙың егәлгә свитаһына ҡараған кварцитлы ҡомташтан һәм кварциттан тора. Битләүҙәрендә Төлөк й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) ҡушылдыҡтары башлана, көнсығыш итәге буйында Тығын һаҙлығы урынлашҡан. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән эндемиктар (ирәмәл алтын тамыры, Крылов зыягөлө, урал лаготисы), реликттар (аҙ япраҡлы елемүлән, көҙгө ллойдия, Ледебур еҙүләне, Леман таутишәре, Эдер бетүләне һ.б.) үҫә. Ирәмәл тәбиғи паркы составына инә.

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018