ИРЕКЛЕ ИҠТИСАДИ ЗОНА, махсус иҡтисади зона, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙың махсус режимы булған билдәле бер терр‑я; тышҡы иҡт. эшмәкәрлектең бер төрө. И.и.з. төрҙәре: уңайлыҡтары булған иҡт. зонаһы, ирекле (берлектәге) эшҡыуарлыҡ, офшор зоналары һ.б. РФ‑та ҡануниәткә ярашлы, сәнәғәт‑производство, техник ҡаҙаныштарҙы йәлеп итеү, туризм-рекреация, порт тибындағы И.и.з. айыралар. Улар илдең һәм сит ил инвестицияһын йәлеп итеп, эшкәртеү сәнәғәтен, юғары техноло- гиялы тармаҡтарҙы, конкуренцияға һәләтле производстволарҙы, сит илдән индерелгән тауарҙарҙы алмаштырыуға яраҡлы, сит илдәргә сығарыуға йүнәлтелгән продукцияны, инфраструктураны, ш. уҡ туризмды, шифахана‑курорт учреждениеларын үҫтереү маҡсатында булдырыла. И.и.з. режимы уларға тышҡы бәйләнеш, һалым, финанс һәм адм. ташламалар күрһәтеүҙе иҫәпкә ала. И.и.з. булдырғанда терр‑яның иҡт.-геогр. урыны күҙ уңында тотола: уңайлы транспорт схемаһы (т. юл- дар, автомобиль һәм һауа бәйләнеше), сәнәғәт төҙөлөшө, ауыл төҙөлөшө һәм торлаҡ төҙөлөшө өсөн минераль-сеймал базаһы, энергия ресурстары, ер майҙандары; төбәктең соц.‑иҡт. үҫеш кимәле һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәре: баҙар, соц. инфраструктураның, производство‑техник һәм төҙөлөш ҡеүәте, квалификациялы эшсе көстәр һ.б. булыуы. 1996—2003 йй. БР‑ҙа “Ағиҙел” (Ағиҙел ҡ.) “Күмер- тау”, “Авангард”, “Башсельмаш”, “Белорет һәм Белорет районы” уңайлы иҡт. зоналары эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫешенә, элекке эш урындарын һаҡлауға һәм яңы эш урындары булдырыуға йоғонто яһай, был эшһеҙлек кимәлен кәметергә һәм халыҡтың килемен арттырырға ярҙам итә. Уңайлы иҡт. зоналар фондынан терр‑яларҙы төҙөкләндереү, ауылдарға газ үткәреү, йорттар төҙөү һәм уларҙы ремонтлау башҡарыла; Ағиҙелдә 3‑сө урта мәктәп һалына, Яғыулыҡ‑энергетика колледжының филиалы асыла, Нефтекама ҡ. — Башҡорт дәүләт университетының филиалы һ.б. Әбйәлил, Белорет, Бөрйән р‑ндары һәм Магнитогорск ҡ. тирәләй территорияһында “Урал” туризм‑рекреацион үҫеш зонаһының 2007—17 йй. программаһы эшләнә.

Р.Ғәфиуллин

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.