ИНЙӘР, Оло Инйәр, йылға, Эҫем й. һул ҡушылдығы. Көмәрҙәк һыртының көньяҡ‑көнсығышындағы һаҙлыҡтарҙан башлана. Белорет р‑нында төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа йүнәлгән ағышы Ҡарталы а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола (Ҡаҙмаш һәм Туҙ йй. тамаҡтары араһында төньяҡҡа ҡарай аға), артабан Архангел, Ҡырмыҫҡалы р‑ндары буйлап аға һәм Эҫем й. (тамағынан 6 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 307 км, басс. майҙаны 5380 км2, дөйөм түбәнәйеүе 940 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ аҡманың 65,1%‑ы — яҙғы (апр.—май), 25,1%‑ы — йәйге‑көҙгө (июнь—окт.), 9,8%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы (м3/с): Архангел р‑ны Аҙау а. эргәһендә — 54,8, тамағында — 67,7. Басс. юғары һәм урта ағым өлөштәрендәге рельефы урта һәм тәпәш бейеклектәге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һырттарынан тора, улар аҫҡы һәм урта рифейҙың тау тоҡомдарынан ғибәрәт. Түбәнге ағымы өҫкө рифей тоҡомдарынан торған Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы алдына хас убалы арҡалар м‑н характерлана. Йылға ярҙары карслы ҡалын эзбизташтарҙан ғибәрәт [ҡоро үҙәндәр, мәмерйәләр, ш. иҫ. Ҡыҙылъяр мәмерйәһе, Белорет р‑ны Уҫманғәле а. эргәһендәге Ноҡат (Мәрйен) мәмерйәһе һ.б.]. И. басс. Асы минераль һыу сығанаҡтары бар. Ландшафы көрән тау‑урман һәм һоро урман тупраҡтарындағы киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандарҙан тора. Басс. терр. 25%‑ын — урман, 5%‑ын — һөрөнтө ер, 1%‑ын һаҙлыҡ тәшкил итә. Ҡушылдыҡтары: уң — Кесе Инйәр, Төлмәй һ.б.; һул — Һүренйәк, Мәнәйер, Ноҡат, Баҫыу, Аҫҡын һ.б. Йылға исеме башҡ. телендәге йырын, йырынлы һүҙенән сыҡҡан булырға тейеш.

В.А.Балков

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке