ИЛЕШ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Краснокама, көнсығышта — Дүртөйлө, көньяҡта — Саҡмағош һәм Баҡалы р‑ндары, көнбайышта ТР м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Баҡалы, Дүртөйлө, Саҡмағош р‑ндарын эреләтеүгә бәйле ойошторола (ҡара: Административ район). Майҙаны — 1974 км2. Адм. үҙәге — Үрге Йәркәй а., Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан 160 км һәм Бүздәк т. юл ст. 102 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 60,2; 1959 — 45,5; 1989 — 36,3; 2002 — 36,3; 2010 — 34,6. Милли составы (2002): башҡорттар — 80,5%, татарҙар — 13,7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,2 кеше/км2. Районда 22 ауыл советы, 87 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Үрге Йәркәй (9,7 мең кеше), Андреевка (0,9 мең), Рсай (0,9 мең), Иҫке Күктау (0,8 мең), Йөннө (0,8 мең) ауылдары.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан, рельефы йырындар, үҙәндәр м‑н ҡатмарланған. Бөрө биләне һәм Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә ята. Район терр‑яһында ҡомташ-ҡырсын ҡатнашмаһы (Петертау), балсыҡ (Андреевка‑II), нефть ятҡылыҡтары (Арлан нефть ятҡылығы, Маншыр нефть ятҡылығы,Андреевка)бар. Климаты уртаса континенталь, йылы, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 3оС, ғин. уртаса т‑ра — ‑14оС, июлдә — 18,5оС. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 450—500 мм, йылы осорҙа — 260—270 мм. Гидрографик селтәрҙе Баҙы, Миңеште, Сөн ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й.; Татыш, Ташкигә күлдәре, Мүкһаҙ, Торнаһаҙ, Туңҡамыш, Яҫыһаҙ һ.б. һаҙлыҡтар барлыҡҡа килтерә. Йыуылған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, көньяҡ-көнбайышта — һоро урман тупрағы, төньяҡта — туғай тупрағы таралған. Райондың 17,6%‑ын имән, ҡайын, уҫаҡ урмандары ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары, Восток а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ, Татыш күле — тәбиғәт ҡомартҡылары. Райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшө Ялан заказнигына инә.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 142,3 мең га (дөйөм майҙандың 72,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 93,1, сабынлыҡтар — 17,6, көтөүлектәр — 31; урмандар майҙаны — 34,7, ер өҫтө һыуҙары — 3,9. Район көньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х.  пр‑тиелары [Егерме икенсе партсъезд исемендәге колхоз, Куйбышев В.В. исемендәге колхоз, 6 АХПК, 5 ЯСЙ, 57 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, картуф,шәкәр сөгөлдөрө, рапс, көнбағыш, мал аҙығы культуралары үҫтереүгә һәм орлоҡсолоҡҡа, һөт-ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йәшелсәселек, умартасылыҡ үҫешкән. 10 хужалыҡта элита орлоҡтары үҫтерелә. “Илеш элеваторы”, “Илеш икмәк бешереү комбинаты” ЯСЙ‑лары, “Илеш” ПМК‑һы, урман хужалығы урынлашҡан. Нефть ятҡылыҡтарын “Башнефть” АНК асыҡ АЙ филиалдары эшкәртә. “Андреевка кирбес заводы” ААЙ, “Илешмолоко”,“Илешхлеб”, “Һөт” ЯСЙ, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, РТП, “Илеш” МТС‑ы, “Үҙәк” МТС‑ының Илеш филиалы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Баҡалы—Үрге Йәркәй, Дүртөйлө—Груздевка, Шаран—Яңы Балтас—Андреевка автомобиль юлдары үтә. Ағиҙел й. Андреевка пристане респ. йылға транспорты системаһына инә. И.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда Башҡорт аграр‑технология колледжы, 41 дөйөм белем биреү мәктәбе, уларҙың 20‑һе урта, ш. иҫ. Андреевка урта мәктәбе, Үрге Йәркәй урта мәктәбе №1, 2 төп мәктәп, махсус мәктәп‑интернат, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют (Исәмәт а.), 13 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Андреевка а. филиалы булған балалар сәнғәт мәктәбе,  балалар ижады үҙәге, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, 2 ДЮСШ; район үҙәк дауаханаһы, 4 амбулатория, 58 фельдшер-акушерлыҡ пункты; 51 клуб учреждениеһы, 30 китапхана, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Гәрәев М. музейы, милиция музейы, мари этнография музейы (Әнәс а.), “Ҡара юрға” ат спорты комплексы  эшләй. 2 өлгөлө һәм 9 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы. “Маяҡ” гәз. нәшер ителә.

Г.Н.Кәбирова, З.Ш.Тимербаева

Тәрж. З.Б.Латыпова

 

Текст на русском языке