ИҠТИСАДИ РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ил терр‑яһында йәмғиәттәге хеҙмәт бүленешенә ярашлы барлыҡҡа килгән йәки төҙөлгән иҡт. райондар селтәре. Терр. халыҡ хужалығын планлаштырыуҙың инструменты, терр. производство ойоштороуын камиллаштырыуҙың, етештереү көстәрен урынлаштырыуҙың һәм иҡтисад м‑н идара итеүҙең төп шарты булып тора. И.р. макро-, мезоһәм микрокимәлдәрҙә башҡарыла. СССР‑ҙа И.р. б‑са эш индустриялаштырыу һәм биш йыллыҡ пландарға (айырым эре иҡт. райондарҙың иҫәбе һәм составы үҙгәртелә) бәйле була. 1963 й. таксономик селтәр раҫлана (1966 й. аныҡлана), уға 18 эре иҡт. район һәм Молдавия ССР‑ы, ш. иҫ. РСФСР‑ҙың Төньяҡ Көнбайыш, Үҙәк, Волга-Вятка, Үҙәк Черноземье, Волга буйы иҡтисади райондары, Төньяҡ Кавказ, Урал иҡтисади райондары, Көнбайыш Себер, Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш иҡт. райондары инә. Етештереү көстәрен урынлаштырыуҙы оҙайлы ваҡытҡа (15—20 йыл) прогнозлау маҡсатында иҡт. зоналарға бүлеү ҡулланыла. 1976—90 йй. СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң Үҙәк, Төньяҡ һәм Көньяҡ зоналары, Урал-Волга буйы, Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия зоналары айырыла.

Башҡортостанда тәүге И.р. 1950 й. Х.Я.Тахаев тарафынан терр‑яларҙа халыҡтың тығыҙлығы һәм урынлашыу кимәле, транспорт шарттары һәм производство бәйләнештәре б‑са үткәрелә, иҡт.‑геогр. райондар бүленә: Үҙәк Ағиҙел буйы Башҡортостаны (төбәктәр: Өфө һәм Стәрлетамаҡ), Көнбайыш Башҡортостан, Төньяҡ Башҡортостан (Түб. Ағиҙел-Танып һәм Төньяҡ-Көнсығыш), Таулы Башҡортостан (Белорет-Егән һәм Көньяҡ-Көнсығыш). В.Н.Кузнецов һәм М.Д.Маслов тарафынан транспорт үҙәктәре барлыҡҡа килеү нигеҙендә транспорт‑иҡт. райондар айырыла: Үҙәк Ағиҙел буйы (төбәктәр: Өфө, Стәрлетамаҡ—Күмертау т. юлы участкаһы), Көнбайыш (Волга-Бөгөлмә һәм Шишмә—Абдуллин т. юлы участкалары), Төньяҡ (Ҡазан—Свердловск т. юлы, Түб. Ағиҙел, Ҡариҙел й. һәм Төньяҡ-Көнсығыш участкалары) һәм Таулы Башҡортостан (Белорет тар колеялы т. юлы, Орск—Ырымбур, Учалы—Мейәс, Магнитогорск—Сибай участкалары). 1965 й. М.Ф.Хисмәтов 4 иҡт.‑геогр. районды бүлеп күрһәтә: Урта Ағиҙел буйы, Көнбайыш, Төньяҡ һәм Таулы Башҡортостан. 70‑се йй. Ғ.З.Хәмиҙуллин һәм Р.М.Зөфәров пр‑тиеларҙың урынлашыуы нигеҙендә, тәбиғи‑иҡт. шарттарҙы иҫәпкә алып, 2 провинция, 7 зона, 16 а.х. райондарын айыра. 1969—89 йй. СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә (М.Н.Иҫәнбаев һ.б.) БАССР‑ҙың иҡт. төбәктәре барлыҡҡа килеү мәсьәләләре өйрәнелә, тәбиғи‑иҡт. шарттар һәм ресурстар барлығы, сәнәғәт производствоһының терр. тупланыу кимәле (үҙәк, көньяҡ, көнбайыш, төньяҡ‑көнбайыш, төньяҡ‑көнсығыш, Урал иҡтисади төбәктәре; Стәрлетамаҡ-Салауат, КүмертауМәләүез, Туймазы-Октябрьский, Бәләбәй-Дәүләкән, Белорет-Учалы, Сибай-Баймаҡ соц.‑иҡт. системалар төркөмө), тармаҡтар төҙөлөшө үҙенсәлектәре, производствоны махсуслаштырыу йүнәлештәре һәм производство‑иҡт. бәйләнештәр б‑са И.р. уҙғарыла. 90‑сы йй. Хисмәтов тарафынан тәбиғәт шарттары ярашлығы, тармаҡ һәм тармаҡ‑ара комплекстар һәм сәнәғәт узелдарының урынлашыуы нигеҙендә Урал алды һәм Урал соц.‑иҡт. райондар айырыла; М.Н.Иҫәнбаев тарафынан БР терр‑яһында территориаль‑производство комплекстарының урынлашыуы б‑са төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәк, төньяҡ иҡтисади төбәк, төньяҡ-көнсығыш иҡтисади төбәк, көнбайыш иҡтисади төбәк, үҙәк иҡтисади төбәк, көньяҡ иҡтисади төбәк, Урал иҡтисади төбәге бүленә (ҡара: карта).

Әҙәб.: Колосовский Н.Н. Теория экономического районирования. М., 1969; Исянбаев М.Н. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально-экономического развития. Уфа, 2008.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке