ИҘӘК, Эҙәк, Оло Иҙәк, йылға, Ҡариҙел й. уң ҡушылдығы. Благовещен р‑ны Александровка а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан аға һәм Ҡариҙел й. (тамағынан 71 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 72 км, басс. майҙаны 706 км2. Ҡатнаш, башлыса ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Бассейн рельефы ҡоро үҙәндәр м‑н сыбарланған убаларҙан тора, карст үҫешкән. Ландшафтары һоро урман тупрағында үҫкән киң япраҡлы урмандарҙан тора. Бассейнының 35%‑ын урман ҡаплаған. Ҡушылдыҡтары: уң — Огрязь, Кесе Огрязь һ.б., һул — Кесе Иҙәк һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.