ИҘРИС МӘМЕРЙӘҺЕ, Краснополь, Киҫәташ, Һарай. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы һәм урта карбондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ һәм көнбайыш йүнәлешле горизонталь коридор булып тора. Оҙонлоғо 93,0 м, уртаса киңлеге 3,8 м, уртаса бейеклеге 2,6 м, амплитудаһы 10,0 м, майҙаны 215,0 м2, күләме 482,0 м3. Ауыҙы (киңлеге 2,4 м, бейеклеге 3,8 м) Йүрүҙән кимәленән 45 м бейеклектә, ҡая һикәлтәһендә урынлашҡан. Ауыҙының уң яғында ҡыуышҡа (оҙонлоғо 6,0 м, киңлеге 3,0 м, бейеклеге 2,6 м) алып барған 3 ярыҡ бар. Ҡыуыш яртылаш һыу м‑н тулған көнбайыш йүнәлешле һарҡыу юлға күскән коридор (оҙонлоғо 5,0 м) м‑н тоташа. Түбәһендә сталактит ҡалдыҡтары бар. Иҙәне балсыҡ м‑н ҡапланған. Т‑раһы 8°С. Мәмерйәлә Иҙрис яҙыуҙары табылған. “Салауат мәмерйәһе” риүәйәте б‑са, 1774 й. И.м. үҙенең көрәштәштәре м‑н Салауат Юлаев йәшеренгән.

Ю.В.Соколов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018