АҘНАБАЕВ Ҡасим Ҡотлобирҙе улы [24.10.1905, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Әхмәр а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергеевка р‑ны) — 21.1.1996, Өфө], журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1965). Журналистар союзы ағзаһы (1965). Н.К.Крупская ис. Коммунистик тәрбиә акад. тамамлаған (Мәскәү, 1933). 1921 й. комсомолдың Туҡ‑Соран кантоны ком‑ты секретары, 1925 й. алып комсомолдың Ырымбур губ. ком‑тында эшләй, 1928—30 йй. “Йәш юҡсыл” (ҡара: “Йәшлек”) һәм “Башҡортостан йәштәре” гәз. мөхәррир урынбаҫары, мәктәптәр дир., Тамъян‑Ҡатай кантонының пропаганда бүлеге мөдире урынбаҫары; 1933 й. башлап В.И.Ленин, К.Маркс һәм Ф.Энгельс хеҙмәттәрен башҡ. телендә нәшер итеү б‑са Башҡ‑н дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире, ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты бүлеге мөдире урынбаҫары; 1937 й. алып “Башҡортостан” гәз. яуаплы мөхәррире; 1957—71 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте редакцияһы мөдире. Репрессиялана, 1938—46 йй. һәм 1949—54 йй. төрмәлә ултыра. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Шәрипова З.Я. Әҙәбиәт ғилеме һәм заман. Өфө, 2001.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018