ИГЛИН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Нуриман р‑ны, көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑көнсығышта — Архангел, көньяҡ‑көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, көнбайышта — Өфө, төньяҡ‑көнбайышта Благовещен р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Өфө р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Өфө һәм Нуриман р‑ндары составына индерелә. 1964 й. 3 мартында яңынан ойошторола. 1965 й. 13 ғин. бөтөрөлә, терр‑яһы Нуриман р‑ны составына индерелә. 1966 й. 30 дек. тергеҙелә. 1939—56 йй. терр‑яһының бер өлөшө Оло Теләк районына инә. Майҙаны — 2456 км2. Адм. үҙәге — Иглин а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 59,9; 1959 — 64,1; 1989 — 43,6; 2002 — 45,4; 2010 — 49,7. Милли составы: башҡорттар — 33,4%, урыҫтар — 30,1%, белорустар — 14,6%, сыуаштар — 7,6%, татарҙар — 7,5%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 20,2 кеше/км2. Районда 19 ауыл советы, 128 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Иглин (16,8 мең кеше), Оло Теләк (3,4 мең), Көҙөй (3,1 мең) ауылдары. Терр‑яның көнбайыш өлөшө Өфө ҡала агломерацияһы сиктәрендә ята.

Райондың көнбайыш өлөшө — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, көнсығышы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүенең тау итәгендә урынлашҡан. Терр‑я сульфатлы карсҡа дусар; Ҡыуыштау, Шайтан упҡыны, Охлебинин, Урмантау һ.б. мәмерйәләр бар. Благовещен уйпатлығы һәм Ағиҙел депрессияһы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында гипс (Охлебинин, Төлкөтүбә), ҡомҡырсын ҡатнашмаһы (Кляшевская Старица), керамзит балсығы (Шляпино), төҙөлөш ташы (Ҡаҙаяҡ) ятҡылыҡтары; нефть ятҡылыҡтары (Алатор, Богатов, Күлтүбә һ.б.) бар. Климаты уртаса континенталь. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2°С, ғин. уртаса т‑ра −15°С, июлдә 18°С. Абс. макс. т‑ра 39,6°С, абс. миним. −51,7°С, яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 600—700 мм. Гидрографик селтәрҙе Ағиҙел й.; Әшә, Арҙагүл, Теләк, Ләмәҙ ҡушылдыҡтары м‑н Эҫем й.; Лабау, Бәләкәс, Тыуыш, Юрмаш ҡушылдыҡтары м‑н Ҡариҙел й.; ҙур булмаған һыубаҫар туғай күлдәре барлыҡҡа килтерә. Ҡараһыу һоро, аҡһыл һоро һәм һоро урман тупраҡтары өҫтөнлөк итә, көнбайышта — көлһыуланған ҡара тупраҡ; йылға үҙәндәрендә — аллювиаль тупраҡ. Район майҙанының 48,8%‑ын ҡаплаған киң япраҡлы (имән, саған, йүкәнән торған) һәм һыубаҫар туғай урмандары таралған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Ҡыуыштау, Охлебинин мәмерйәләре, Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы, Һалдыбаш төбәгендәге йүкәлек, 1903—11 йй. ултыртылған ҡарағай культураһы — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 108,1 мең га (дөйөм майҙандың 44,0%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 49,6, сабынлыҡтар — 21,6, көтөүлектәр — 37,4; урмандар майҙаны — 125; ер өҫтө һыуҙары — 2,2. Район төньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [МУАХП, 65 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Умартасылыҡ, йылҡысылыҡ (Оло Теләк, Түб. Ләмәҙ аа.), йәшелсәселек үҫешкән. Район терр‑яһында БР‑ҙың “Иглин урманы”, “Иглин урман хужалығы” ДУП‑тары бар. Иглин үлсәү заводы, Башҡортостан керамика заводы, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Куйбышев т. юлы (Өфө—Кропачёво участкаһы), Һамар—Өфө—Силәбе, Өфө—Иглин—Ҡыҙылъяр, Иглин—Архангел автомобиль юлдары үтә. Үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда иҡт.‑юридик техникум, ПУ, 45 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 24‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Иглин урта мәктәбе №1, коррекция мәктәп-интернаты (Красный Восход а.), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют (Охлебинин а.), 22 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар муз. һәм сәнғәт мәктәптәре, ат спорты мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, физик әҙерлек клубы, йәш техниктар ст.; үҙәк район дауаханаһы, 3 амбулатория, 42 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт‑интернат (Көҙөй); 43 клуб учреждениеһы, 31 китапхана, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Ташлы” спорт‑һауыҡтырыу комплексы (Аҡбирҙе) бар. Районда 1 өлгөлө һәм 2 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Иглинские вести” гәз. сыға.

И.В.Голубченко, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта: Иглин районы

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018