“ЕҘЕМ ТӘБИҒИ ПАРКЫ”, урындағы әһәмиәтле ландшафлы тәбиғи парк. 2005 й. уникаль тәбиғәт комплекстарын, хайуан һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлау, ял һәм туризм ойоштороу өсөн булдырылған. Ғафури р‑ны сигендә Еҙем й. басс. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 38,1 мең га, 90%‑тан күберәген урман биләй. “Е.т.п.” терр‑яһында 68 мәмерйә, ш. иҫ. Киндерле, Октябрь һ.б. бар. Рельефы тәпәш таулы. Киң япраҡлы һәм ҡатнаш, һирәгерәк ҡуйы ылыҫлы урмандар таралған. Еҙем һәм уның ҡушылдыҡтары үҙәнендә ерек-муйыл, ҡарама‑муйыл ағаслыҡтары, яр буйы, һыу һәм ҡырсынташ үҫемлектәре таралған.

“Е.т.п.” флораһында 500‑гә яҡын ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек иҫәпләнә, ш. иҫ. 20 реликт (кесерткән япраҡлы ҡыңғырау сәскәһе, казак артышы, бейек бүтәгә һ.б.) һәм 13 эндемик (имәнлек айыутабаны, урал еҙтөймәһе, башҡорт ҡояшсәскәһе һ.б.). БР-ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 22 һирәк төрө (Клер астрагалы, энә япраҡлы ҡәнәфер һымаҡтар, йәшел таш абағаһы, оҫҡон һ.б.), улар араһынан кәкүк ситеге, әҙрәсгөл, йомшаҡ ҡылған, шырт еҙүлән, Литвинов торна борсағы, төньяҡ шиверекия үләне РСФСР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

“Е.т.п.” фаунаһы төрлө. Хайуандарҙың 15 һирәк төрө РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ҡоштарҙың 81 төрө, ш. иҫ. һирәк төрҙәре (ҡара ҡауҙы, бөркөт, көйөлдө, ҡом һайыҫҡаны, ҡарағош, сапсан, кәлмәргән һ.б.) оя ҡора. Йылғаларҙа шаршы күкене, зөгәй, европа бәрҙеһе һ.б. йәшәй. “Е.т.п.” тәбиғәте тураһында мәғлүмәттәр Ә.З.Гәрәев, И.К.Кудряшов, Ю.Е.Лобанов, А.И.Смирнов, Ю.В.Соколов хеҙмәттәрендә килтерелә. Терр‑яһын А.М.Волков, А.Ә.Мулдашев, А.С.Әйүпов һ.б. өйрәнгән.

Әҙәб.: Лобанов Ю.Е. Уральские пещеры. Свердловск, 1979; Смирнов А.И., Соколов Ю.В. Пещеры горной части Башкирии (Южный Урал). Уфа, 1993.

Э.П.Позднякова

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика