ЕГӘН, Егәнйылға, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Ишембай р‑ны Ҡолғона а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Алатау һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Ишембай һәм Ғафури р‑ндары терр‑яһы буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 693 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 98 км, басс. майҙаны 1550 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Ғафури р‑ны Яңғыҙҡайын а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 13,9 м3/с тәшкил итә. Басс. рельефы тәпәш таулы, терр‑яһы карслы. Йылға басс. үрге өлөшө Бағаръяҙ, Биктәр һәм Баш Алатау һырттары сиктәрендә урынлашҡан. Ландшафы һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандан тора. Басс. яҡынса 25%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Һикәҙе, Рәүҙәк, Ҡарлыман һ.б.; һул — Береш, Шиҙе, Шыға, Ҡыяуыҡ һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика