ЕГӘЛГӘ, Зәңгәргә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Кесе Ҡатау й. (Йүрүҙән й. басс.) тамағынан Йүрүҙән й. һул яры, БР-ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 43 км (БР‑ҙа — 12 км), киңлеге 8 км, абс. бейеклеге 1427 км (Оло Шелом тауы). БР терр‑яһында Е. түбәләре ташлы сусаҡтар һәм ҡаялы тар киртләстәр (өсәүһенең бейеклеге 1200 м ашыу) формаһында. Төньяҡ битләүҙәре текә, курумдар осрай. Егәҙе-комаров свитаһының балсыҡлы һәүерташтарынан һәм ҡомташтарынан тора. Е. битләүҙәрендә Йүрүҙәндең күп ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге беленә: 1000 м бейеклеккә тиклем сауҡалығында ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле үҫкән шыршы, аҡ шыршы һәм ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай урмандары таралған, уларҙан өҫтәрәк яланғас һәм ярым яланғас бүлкәттәр үҫешкән. Һырттың көньяҡ өлөшө — Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһы.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.