ЕЙӘНСУРА РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта – Күгәрсен, көнсығышта – Йылайыр һәм Хәйбулла р‑ндары, көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Йылайыр кантоны (ҡара: Административ район) улустары инә. 1956 й. Е.р. Абҙан районы терр‑яһы ҡушыла. Майҙаны – 3342 км2. Адм. үҙәге – Иҫәнғол а., Өфөнән көньяҡҡа 337 км һәм Төйлөгән (Ырымбур өлк.) т. юл ст. көньяҡ-көнсығышҡа табан 54 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. – 34,5; 1959 – 29,6; 1989 – 27,2; 2002 – 30,1; 2010 – 27,6. Милли составы (2012): башҡорттар – 70,6%, урыҫтар – 15,1%, татарҙар – 11,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы – 8,6 кеше/км2. Районда 15 ауыл советы, 78 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Иҫәнғол (9,2 мең кеше), Иҙелбәк (1,3 мең), Таҙлар (1,3 мең) ауылдары.

Е.р. Йылайыр яйлаһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы убалар теҙмәһенән тора, йылға үҙәндәре м‑н ныҡ телгеләнгән. Район Урал алды бөгөлөнөң эске зонаһында һәм Йылайыр синклинорийында ята. Район терр‑яһында балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Павловск) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, дымлылыҡ етешмәй. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 1,7˚С, ғин. уртаса т‑ра — ‑15,5˚С, июлдә — 19˚С. Абс. макс. т‑ра — 42˚С, абс. миним. т‑ра — ‑46˚С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 400—500 мм, йылы осорҙа — 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Үрген, Оло Һүрәм, Өҫкәлек, Әселе ҡушылдыҡтары м‑н Оло Эйек; Ҡаҫмарт, Ҡороюл һ.б. йылғалар барлыҡҡа килтерә. Типик һәм йыуылған ҡара тупраҡ, төньяҡ-көнсығышта – һоро урман тупрағы, таулы өлөшөндә һоро тау-урман тупрағы, йыуылған һәм тулыһынса өлгөрөп етмәгән ҡара тау тупраҡтары өҫтөнлөк итә. Көнбайышта болон-дала ландшафы өҫтөнлөк итә. Район майҙанының 35%‑ын киң япраҡлы урмандар ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым ҡыуаҡлығы; Әлйән тауы һәм Канонников тауы, Аҙаҡлы й. тамағындағы Кесе Һүрәм й. үҙәне — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 175,3 мең га (дөйөм майҙандың 52,4%) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 46,6, сабынлыҡтар – 47,1, көтөүлектәр – 81,4; урмандар майҙаны – 116,5, ер өҫтө һыуҙары – 1,2. Райондың көнбайыш өлөшө — Урал алды дала зонаһына, көнсығышы тау урман зонаһына инә. Тигеҙлектә урынлашҡан а.х. пр‑тиелары [19 ЯСЙ, ш. иҫ. “Маяк”, “Луч‑Агро”, “Салауат”, “Инәк” ЯСЙ‑лары, “Муйнаҡ” а.х. артеле, 104 крәҫтиән (фермер) хужалығы] ужым һәм яҙғы бойҙай, ҡарабойҙай, картуф, көнбағыш һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүгә, һөт йүнәлешле һыйыр малы, таулы өлөшөндә ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. “Зианчурагазспецстрой”, “ЖКСК” МУП‑ы, “Гранд”, “Комфорт”, “Сельхозхимтранс”, “Вариант” сауҙа‑сәнәғәт фирмаһы  ЯСЙ‑лары, “Хәлитов” ИП, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, “Агротехсервис” (Абҙан а.) пр‑тиеһы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Магнитогорск—Ира автомобиль юлы үтә. Көньяҡ иҡтисади төбәккәинә.

Районда аграр колледж, 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, уларҙың 17‑һе филиал, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, 21 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, С.Абдуллин ис. балалар музыка мәктәбе, “Салауат” физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, терр. ғаиләгә һәм балаларға соц. ярҙам үҙәге; үҙәк район һәм 2 участка дауаханаһы, 3 амбулатория, 45 фельдшер-акушерлыҡ пункты; 50 клуб учреждениеһы, 33 китапхана, Ейәнсура музейы бар. 11 халыҡ һәм 5 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Зианчуринские зори” һәм “Ейәнсура таңдары” гәз. нәшер ителә.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. З.Б.Латыпова

Текст на русском языке