ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович (22.1.1854, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе — ?), тау инженеры. С.‑Петербург тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1876) Уралда эшләй. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1879 й. Екатеринбург тау округының Түб. Исәт з‑дында эш башлай, 1879 й. майында Горноблагодатный округының Верхнетур з‑ды күҙәтсеһе итеп билдәләнә, 1885 й. алып Урал з‑дтарының баш нач., 1888—97 йй. 4‑се Өфө тау округының округ инженеры, 1897—1909 йй. Златоуст тау округының тау начальнигы. З. етәкс. тау округы пр‑тиелары үҙгәртеп ҡорола: Златоуст (Косотур) заводында снаряд ф‑каһы киңәйтелә, шотланд системаһындағы мартен (1900) һәм домна (1902) мейестәре, бер туған Бёлерҙар ысулы м‑н тигель ҡоросо сығарыу ф‑каһы (1904), Әртә заводында полировкалау ф‑каһы (1900) төҙөлә. 1903—05 йй. Өфө тау округының бөтә з‑дтарында 8 сәғәтлек эш көнө индерә, үҫмерҙәр хеҙмәтен файҙаланыуҙы сикләй. 1909—12 йй. Өфө губернаһынан Дәүләт советы ағзаһы. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1877), 4‑се (1878) һәм 3‑сө (1893) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө (1886), 2‑се (1897) һәм 1‑се (1908) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Н.Макарова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика