Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZAPOVEDNA_pesera.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZAPOVEDNA_pesera.jpg'

ЗАПОВЕДНЫЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Айыулы, Белорет р‑нында Ләмәҙ й. үҙәненең уң ярында, Архангел р‑ны Үрге Ләмәҙ а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан мәмерйә. Атыш һәм Ағуй йй. (Ләмәҙ й. басс.) барлыҡҡа килтергән мәмерйәләр системаһына (Атыш‑1, Атыш‑2, Атыш‑3, Дальний, Нежный һ.б.) инә. Карст мәмерйәһе, визе ярусының аҡһыл һоро эзбизташында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 180 м, уртаса киңлеге 3,8 м, уртаса бейеклеге 1,3 м, майҙаны 687 м2, күләме 900 м3. Мәмерйә ауыҙы арка рәүешендә, бейеклеге 2 м, киңлеге 0,6 м, Атыш шарлауығынан 60 м бейеклектә тәпәш ҡая һикәлтәһенең нигеҙендә урынлашҡан. Ауыҙынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта ҡыуыш (оҙонлоғо 24 м, киңлеге 6 м, бейеклеге яҡынса 2 м) бар, унан төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештә коридор (30 м, 7 м, яҡынса 2 м) һуҙылған. Коридорҙың түбәһе һәм стеналары кальцит ҡатламы, бик күп сталактит, сталагмит ҡалдыҡтары м‑н ҡапланған. Коридорҙан көньяҡҡа 18 м оҙонлоҡта (балсыҡ иҙәнле) һәм көнбайышҡа 15 м оҙонлоҡта 2 юл айырыла. Икенсе юл мәмерйәнең залдан һәм ҡыуыштан торған өлөшөнә сыға. Зал (оҙонлоғо 12 м, киңлеге 6 м, бейеклеге 4 м тиклем) төньяҡта урынлашҡан, ҡыуыш (6 м, 6 м, яҡынса 3 м) — көньяҡта. Ҡыуыштың һәм мәмерйә залының иҙәнен эзбизташ ҡатламы ҡаплаған, унда эсенә һыу тулған күп гур соҡорҙары осрай. Т‑раһы 6°С. Мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй, мәмерйә айыуына (Spelaearctos spelaeus Rosenmullen & Heinroth) табыныу эҙҙәре табылған.

Ю.В.Соколов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика