ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы (9.10.1936, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тында эшләй; 1987 й. алып РФА‑ның Нефть һәм газ проблемалары ин‑тында (Мәскәү) лаб. мөдире, 2007 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. З. етәкс. газ, газ конденсаты, нефть һәм газ конденсаты һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү технологияһының инновацион теориялары эшләнә, ш. уҡ скважиналар һәм ҡатламдар тикшерелә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре Ырымбур, Ҡарасығанаҡ (Ҡаҙағстан), Уренгой (Төмән өлк.) һ.б. тәбиғи газ һәм нефть ятҡылыҡтарында индерелә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1986), Губкин ис. пр. (1983) лауреаты. 450‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Новые принципы и технологии разработки месторождений нефти и газа: в 2 ч. М., 2004—2009 (авторҙ.); Разработка месторождений нефти и газа с суперколлекторами в продуктивном разрезе. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика