ЗАКАЗНИК, дәүләт ҡарамағындағы махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрекатегорияһы. З. тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлау йәки тергеҙеү, экологик балансты тотоу маҡсатында хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыу даими йәки ваҡытлыса тыйыла. З. терр‑яһында һунар итеү, балыҡ тотоу, ер һөрөү, минераль ашламалар ҡулланыу, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һ.б. тыйыла йәки сикләнә. Һаҡланған объектҡа ҡарап, биол. (ботаник, зоол.), ландшафт (комплекслы), геол., гидрологик һ.б. З. айырыла. Республикала дөйөм майҙаны 408,2 мең га (2016) булған 27, ш. иҫ. 7 ботаник, 16 зоол., 4 ландшафт, З. ойошторолған. Башҡортостанда тәүге З. булып Шөңгәккүл заказнигы (1952) һанала. Өҫән-Ивановка заказнигы  һ.б. ботаник З. генофондты, ҡиммәтле фитоценоздарҙы һаҡлау һәм үҫемлектәрҙе,ш. иҫ. дарыу үҫемлектәрен, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен, маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу өсөн булдырылған. “Алтын Солоҡ, Көнгәк заказнигы, Наҡаҫбаш заказнигы  һ.б. зоол. З. хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һәм һунар-промысла популяцияларын һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн ойошторолған. Первомайск заказнигы, Уралтау заказнигы һ.б. ландшафт З. тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында булдырылған.

Э.П.Позднякова

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика