ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны)], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1970), проф. (1971). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй (1955 й. алып бүлек мөдире). 1958 й. башлап Красноярск төҫлө металдар ин‑тында: 1959 й. — уҡыу һәм фәнни эштәр б‑са проректор, 1962—94 йй. мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү каф. мөдире. 2006 й. алып Себер федераль ун‑тының (Красноярск ҡ.) проф.‑консультанты. Фәнни эшмәкәрлеге ятҡылыҡтарҙы ер аҫтында эшкәрткәндә мәғдән табыу өсөн юғары һөҙөмтәле технологиялар индереүгә бәйле. Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу һәм экологик хәүефһеҙ технологияларҙы ҡулланып мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереү б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Роль систем разработки в комплексном освоении недр //Актуальные вопросы разработки и обогащения руд: сб. науч. тр. М., 1990.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика