ЗАВАРИЦКИЙ Александр Николаевич (2.3.1884, Өфө – 23.7.1952, Мәскәү), геолог, петрограф. СССР ФА акад. (1939), геол.‑минералогия ф. д‑ры, проф. (1921). Петербург тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1909) 1940 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1921 й. алып геол. һәм мәғдән ятҡылыҡтары каф. мөдире, 1926 й. — петрография каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1915—35 йй. Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геол.‑разведка ин‑тында (Ленинград), 1933 й. башлап Геол. фәндәре ин‑тында (1939—41 й. алып дир.), 1944—52 йй. СССР ФА‑ның Вулканология лаб. дир., 1946—49 йй. СССР ФА Геол.‑геогр. фәндәре бүлексәһенең акад.‑секретары (бөтәһе лә — Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре дөйөм геология, петрография, вулканология, метеоритика проблемаларына һ.б. арналған. Петрохимияға нигеҙ һалыусы. З. тарафынан Кавказ аръяғы, Камчатка һәм Уралда вулканик цикл үҫешенең төп этаптары, мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеүе өйрәнелә; магматик мәғдән ятҡылыҡтары классификацияһы, векторҙар диаграммаһы ярҙамында тау тоҡомдарының химик составын анализлау ысулы эшләнә; йоҡа шлифтарҙағы минералдарҙы тикшереү ысулы камиллаштырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын, тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарын, тау тоҡомдары метаморфизмын өйрәнә. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин (1943, 1946) һәм Ленин (1958) пр. лауреаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944, 1945). З. исеме м‑н РФА Урал бүлексәһенең Геол. һәм геохимия ин‑ты (Екатеринбург ҡ.), Франц‑Иосиф Ере архипелагындағы ҡая, Симушир утрауындағы һәм Камчатка ярымутрауындағы вулкандар, Вадати‑Заварицкий‑Беньоф сейсмофокаль зонаһы, минерал (заварицкит), петрохимик диаграмма аталған. Ул уҡыған Өфө ир балалар гимназияһы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 1971 й. алып Екатеринбургта йыл һайын Заварицкий уҡыуҙары үтә.

Хеҙм.: Материалы для изучения золотоносных районов Урала. Л., 1926; Геологический очерк месторождений медных руд на Урале: в 2 ч. Л., 1927—1929; Избранные труды: в 4 т. М., 1956—1963.

Әҙәб.: Бетехтин А.Г. О научной деятельности академика А.Н.Заварицкого //Известия Академии наук СССР. Серия геологическая. М., 1944. №4.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика