ЖУРАВЛИНЫЙ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ, Белорет р‑ны Тирлән а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта ята. Тау итәгендә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 400 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 6 м. Яуым‑төшөм м‑н туйына. Ҡара тал, лапландия талы, муйыл, розмарин япраҡлы тал, себер шыршыһы, ябай ҡарағай, аҡ аҡһырғаҡ, ваҡ емешле мүк еләге, ике енесле энәле көртмәле, ҡаҙ үләне, түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, һаҙ бөрмәкәйе һ.б. үҫә. Ҡоралай, һеләүһен, һоро торна, һуна өйрәк, һыҙғыраҡ сөрәгәй һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.