ЖИВЕ ЯРУСЫ, девондың урта бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Эйфель ярусы һәм франс ярусы араһында урынлашҡан. Живе ҡ. (Төньяҡ Франция) р‑нында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1839), Ж.‑О.Госселе асыҡлаған (1880). Башҡортостанда Ж.я. ултырмалары ҡаҙылма организм ҡалдыҡтарын (брахиоподтар, мәрйендәр һ.б.) туплаған диңгеҙ ҡатламдарынан тора. Көньяҡ Уралда Ж.я. чусов, чеслав, паший горизонттарын һәм ҡын горизонтының өҫкө өлөшөн үҙ эсенә ала. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә чеслав горизонты — эзбизташтан, чусов һәм паший горизонттары терриген ҡатламдарҙан ғибәрәт. Башҡортостандың платформа өлөшөндә карбонатлы һәм терриген тау тоҡомдарынан торған һәм нефтле воробьёв, ардатов һәм мулла ярым горизонттарын үҙ эсенә алған Старый Оскол горизонты — йәше б‑са чусов һәм чеслав горизонттарының аналогы айырыла. Магнитогорск мегасинклинорийында Ж.я. ултырмалары олотау свитаһы һәм үрләде ҡатламына айырылған вулканоген һәм вулканоген-ултырма тоҡомдарҙан (ҡалынлығы 1500 м тиклем) ғибәрәт.

Әҙәб.: Маслов В.А. Девон восточного склона Южного Урала. М., 1980; Маслов В.А., Артюшкова О.В. Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018