ЖДАНОВ Станислав Анатольевич (15.3.1942, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Соцгород ҡсб, хәҙ. Октябрьский ҡ.), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1993), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1983), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) А.П.Крылов ис. Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ҒТИ‑нда (1991 й. алып ген. дир. урынбаҫары) эшләй, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тында (икеһе лә — Мәскәү) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Ж. юғары һәм уртаса ҡуйылыҡтағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатлам эсендәге “дымлы” яныу, һыу ебәрелгән ҡатламдарҙағы шыйыҡ нефтте өҫтәмә сығарыу ысулдарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын иҫбатлай. Ж. етәкс. ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдары системалаштырыла, нефть ҡатламына һәм скважина забойы янындағы ҡатламға тәьҫир итеүҙең һөҙөмтәле технологияларын һайлау б‑са мәғлүмәт базалары һәм автоматлаштырылған система эшләнә. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2007).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке