ЕФИМ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ, Краснокама р‑ны Яңы Нуғай а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 754 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,55 м. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ябай балан, ябай ҡарағай, ҡара ҡарағат, билдәһеҙ кәкүкбаш, ҙур сөйәл үләне, ябай ҡуян ҡолағы һ.б. үҫә. Ҡабан, мышы, үрғуян, әберсен, һоро торна, ябай торомтай йәшәй. Ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ҡара ҡаҙ, ҡашҡа ҡаҙ һ.б. күсәр ҡоштар туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика