ЕТЕШТЕРЕҮ КӨСТӘРЕН УРЫНЛАШТЫРЫУ, төбәктәрҙә сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы, транспорт, хеҙмәт ресурстары тармаҡтарын терр. йәһәттән урынлаштырыу. Хеҙмәт һәм тәбиғәт ресурстарын, фәнни-техник ҡеүәтте һәм иҡт.‑географик урынды иҫәпкә алып, милли иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының бер тигеҙ үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Е.к.у. төп законлыҡтары булып производствоны махсуслаштырыу, производствоны концентрациялау, хеҙмәт бүленеше һәм хужалыҡтың комплекслы үҫеше һанала. Йәмәғәт етештереүенең һәм хеҙмәт етештереүсәнлегенең һөҙөмтәлелеге артыуына етештереүҙең һәм продукцияның билдәле бер төрөн үҫтереү өсөн айырым төбәктәге тәбиғи һәм иҡт. шарттарҙы маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу ярҙамында өлгәшелә. БР‑ҙа етештереү көстәренең тигеҙһеҙ урынлашыуы тарихи-геогр. һәм иҡт. сәбәптәр м‑н аңлатыла. Үҙәк иҡтисади төбәк, көньяҡ иҡтисади төбәк, көнбайыш иҡтисади төбәк һәм төньяҡкөнбайыш иҡтисади төбәк айырыуса үҫешкәндәрҙән һанала, уларҙа респ. иҡтисади ҡеүәтенең 90%‑ы, ш. иҫ. сәнәғәт ҡеүәтенең 93,6%‑ы, а.х. — 74,4%‑ы, төҙөлөштөң — 95,6%‑ы, транспорттың — 92,4%‑ы һәм фән ҡеүәтенең күпселек өлөшө тупланған. Республика терр‑яһының 43%‑ын тәшкил иткән Урал иҡтисади төбәгендә, төньяҡ иҡтисади төбәгендә һәм төньяҡ-көнсығыш иҡтисади төбәгендә сәнәғәт ҡеүәтенең 6%‑ы тупланған. Был иҡт. райондар төркөмө сәнәғәтенә сеймал табыу һәм байыҡтырыу кеүек тар профилле тармаҡтар хас; эшкәртеү сәнәғәте тармаҡтары, төҙөлөш һәм төҙөкләндереү базалары етерлек кимәлдә үҫешмәгән. Республикала алып барылған иҡт. сәйәсәт үҙәк һәм көньяҡ иҡт. төбәктәрҙә — фән ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән тармаҡтарҙы, ә Урал, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә эшкәртеү сәнәғәтен һәм инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика