АҘНАБАЕВ Булат Марат улы (8.11.1964, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). М.Т.Аҙнабаевтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Күҙ микрохирургияһы” тармаҡ-ара фәнни-техник комплексында (Мәскәү) эшләй. 1993 й. алып Өфөлә “Оптимедсервис” ЯАЙ‑ның ген. дир., бер үк ваҡытта 1996 й. башлап БДМУ‑ла (1998 й. алып дипломдан һуң белем биреү ин‑ты курсы м‑н офтальмология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге күрәшлекте хирургик коррекциялауға, глаукома һәм катарактаның ультратауыш һәм лазер хирургияһы, күҙҙең микроэндоскопик лазер хирургияһы проблемаларына арналған. А. офтальмохирургияла юғары технологиялы энергетик алымдар эшләү һәм ҡулланыу б‑са фәнни мәктәп ойоштора. А. катарактаны бөтөрөүҙең яңы ысулдарын эшләй һәм дауалауға индерә, уның ҡатнашлығында артҡы камераға кире интраокуляр линза, күҙҙең энергетик хирургияһы өсөн мед. ҡорамалы һ.б. эшләнә. 195 фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Ультразвуковая хирургия катаракты — факоэмульсификация. М., 2005; Лазерная сканирующая томография глаза: передний и задний сегмент. М., 2008 (авторҙ.); Флегмоны и другие воспалительные заболевания орбиты. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке