ЕГӘҘЕ-КОМАРОВ СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан айырып күрһәтелә (1935). Ултырмаларҙың тасуирламаһын Горяинова һәм Фалькова (1935, 1937, 1940), А.В.Клочихин (1972, 1985), Б.М.Келлер һәм В.И.Козлов (1983), Н.Н.Ларионов (1985) бирә. Серёгин, амбар һәм туҡан ярым свиталарына бүленә. Е.‑К.с. ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийы ҡанаттарында чцццчццкөньяҡта Ағиҙел й. ағым киңлегенән төньяҡта Баҡал ҡ. (Силәбе өлк.) тиклем һуҙыла (оҙонлоғо 220 км яҡын, киңлеге 2—5 км). Егәлгә свитаһының кварцит һымаҡ ҡомташтарында ята, әүжән свитаһының терриген-карбонатлы ҡатламдары м‑н ҡаплана. Ритмлы ҡатлаулы терриген тау тоҡомдарынан (балсыҡлы һәм серицитлы-хлоритлы-кварцлы һәүерташтар, кварцлы һәм ялан шпатлыкварцлы алевролиттар һәм ҡомташтар) тора; доломит һәм эзбизташ һыҙаттары беленә. Амбар ярым свитаһының тау тоҡомдары — күкһел һәм йәшкелт күк, серёгин һәм туҡан ярым свиталарыныҡы ҡараһыу (нескә дисперслы графит булғанлыҡтан) төҫтә. Е.‑К.с. ҡатламдарының ҡалынлығы 950—1200 м. Туҡан ярым свитаһының балсыҡлы тау тоҡомдарында урта рифей микробиотаһы акритархтары табылған. Фациаль үҙгәрештәре ҙур түгел. Туҡан ярым свитаһында тимер мәғдәне ятҡылыҡтары (ЕгәҙеКомаров, Әүжән һәм Инйәр мәғдән райондары) урынлашҡан.

Н.Н.Ларионов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика