ДҮРТӨЙЛӨ, БР‑ҙағы ҡала, Дүртөйлө р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан 124 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 38 км2. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 0,8; 1920 — 1,7; 1939 — 4,5; 1959 — 4,8; 1989 — 25,2; 2002 — 30,0; 2010 — 31,3. Милли составы: татарҙар — 64,8%, башҡорттар — 22,4%, урыҫтар — 9,7%. Ҡала составына Арғымаҡ а. (0,5 мең кеше) инә.

Ҡалала “Чекмагушнефть” НГДУ‑һы, Дүртөйлө нефть продукттарын ҡойоу һәм тултырыу участкаһы; “Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре” МУП‑ы, “Дюртюлимебель”, “Дюртюлистройдеталь” ЯСЙ‑лары, Дүртөйлө һөт аҙыҡтары комбинаты, Дүртөйлө ит комбинаты, икмәк заводы, автотранспорт пр‑тиеһы, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Д. аша Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө, Дүртөйлө—Борай, Дүртөйлө—Груздевка, Дүртөйлө—Нефтекама автомобиль юлдары үтә. Д. — Ағиҙел й. ҙур пристань.

Дүртөйлөлә Хәҙерге гуманитар акад. Өфө филиалы вәкиллеге, Октябрьский нефть колледжы филиалы, 6 дөйөм белем биреү учреждениеһы, ш. иҫ. Дүртөйлө урта мәктәбе № 1, 3 гимназия, мәктәп-ара уҡыу комб‑ты, балалар йорто, 9 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, музыка һәм художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, ДЮСШ, балалар һәм үҫмерҙәр техник ижад станцияһы; үҙәк район дауаханаһы; мәҙәниәт һәм техника һарайы, 3 китапхана, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы; “Нефтсе” стадионы, “Арғымаҡ” ат спорты комплексы; 2 мәсет бар. Ҡалала 4 халыҡ һәм 4 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Юлдаш. Вести” гәз. сыға.

Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре Дүртөйлө а. булараҡ (1786 й. алып билдәле) нигеҙ һалған, тип фаразлана. 1807 й. бында удел крәҫтиәндәре күсеп ултыра. 1795 й. 4 йортта 35 кеше (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 38) йәшәгән, 1865 й. 99 йортта — 424 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Пристань, 4 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1881 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, земство дауаханаһы, почта-телеграф бүлексәһе, кирбес заводы, 5 ҡалас оҫтаханаһы, ярма ярғыс, һырахана, 2 шарап һәм 17 бакалея кибете, 1 быу һәм 9 ел тирмәне, һөнәрселек оҫтаханаһы, сәйхана-уҡыу бүлмәһе, мөгәзәй, икмәкхана һәм 2 пароход пристане теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 50‑се йй. Д. эсенә Дүртөйлө МТС‑ы ҡасабаһы инә. Маншыр нефть ятҡылығы эшкәртелә башлағас, ауыл үҫеш ала. 1964 й. алып ҡасаба, 1989 й. хәҙ. статусын ала. Д. 10‑дан ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар: сауҙагәрҙәр Зубилов, Маурцев, Трапезниковтарҙың өйҙәре (бөтәһе лә — 19 б. аҙ.) һ.б. Ҡала эргәһендә Ананьин мәҙәниәте ҡаласығы табылған.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.