ДҮРТӨЙЛӨ ЙЫРЫНЫ, дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Шаран р‑ны Дүртөйлө а. янында Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Майҙаны 44 га. Ултыртылған йырын-һыҙа ағастары һәм гидротехник ҡоролмалар системаһынан тора, йырындарҙы комплекслы нығытыу өлгөһө иҫәпләнә. Урман ултыртыуҙа 60‑тан ашыу ағас һәм ҡыуаҡ төрө ҡулланылған (ҡарағай, тирәк, ҡайын, һырғанаҡ һ.б.), ағастар 1968—71 йй. ултыртылған.

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018