ДЫУАН РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Свердловск өлк., көнсығышта — Мәсетле, көньяҡ-көнсығышта — Ҡыйғы, көньяҡта — Салауат, көньяҡ-көнбайышта — Нуриман, көнбайышта Ҡариҙел һәм Асҡын р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Салауат р‑ны составына индерелә. 1965 й. 4 нояб. яңынан ойошторола. Майҙаны — 3243 км2. Адм. үҙәге — Мәсәғүт а., Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа 233 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) төньяҡ-көнбайышҡа табан 72 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 36,8; 1959 — 35,3; 1989 — 29,9; 2002 — 32,0; 2010 — 31,0. Милли составы: урыҫтар — 63,4%, башҡорттар — 20,2%, татарҙар — 13,3%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 9,5 кеше/км2. Районда 13 ауыл советы, 47 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Мәсәғүт (10,9 мең кеше), Дыуан (3,7 мең), Ярославка (2,3 мең) ауылдары.

Район рельефы убалы тигеҙлектән тора, көнбайыш һәм үҙәк өлөштәре — Өфө яйлаһында, көнсығышы Йүрүҙән-Әй тигеҙлегендә урынлашҡан. Д.р. Башҡорт көмбәҙе һәм Йүрүҙән-Сылва депрессияһы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы һәм силикат ҡомо (Мәсәғүт), ҡомло балсыҡ (Яңы Әй), төҙөлөш ташы (Салғыя), нефть-газ (Ҡыҙылбай, Ҡаракүл, Мәтәле) ятҡылыҡтары бар. Климаты уртаса континенталь, бер аҙ дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 1°С, ғин. уртаса т‑ра −15°С, июлдә 17°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. −50°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450 мм, йылы осорҙа 470 мм. Гидрографик селтәрҙе Әнжәк, Әнйәк ҡушылдыҡтары м‑н Әй й., Кошелевка ҡушылдығы м‑н Йүрүҙән й. һ.б. барлыҡҡа килтерә. Кәҫле-карбонатлы тупраҡ, кәҫле көлһыу тупраҡ, көлһыуланған ҡара тупраҡ, төньяҡта һәм көнбайышта аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы таралған. Район майҙанының 52%‑ын киң япраҡлы һәм ҡара, асыҡ ылыҫлы, ҡайын, уҫаҡ, йүкә урмандары ҡаплаған.

Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора. Абдулла, Гладкий, Оло Таҙтүбә тауҙары, Сабаҡай ҡаяһындағы мәмерйә, Сосновый күле, Өлкөндө а. эргәһендәге карслы һаҙлыҡтар комплексы, Ҡаракүл, Ҡарашар һәм Озерский һаҙлыҡтары, Арый а. янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары, “Сик” реликт ҡарағайы — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 96,3 мең га (дөйөм майҙандың 29,7%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 67,3, cабынлыҡтар — 9,4, көтөүлектәр — 19,9; урмандар майҙаны — 191,7; ер өҫтө һыуҙары — 2,3. Райондың көнбайыш өлөшө — төньяҡ урман-дала зонаһына, көнсығышы төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [“Ярославка” АХПК, “Уралтау” а.х. пр‑тиеһы ЯСЙ, 199 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә, йылҡысылыҡҡа махсуслаша. Район терр‑яһында Дыуан сорт һынау участкаһы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы, тоҡомсолоҡ пр‑тиеһы (Дыуан), урман хужалығы бар. “Газ-Сервис” ААЙ филиалы “Дувангаз”, Төньяҡ-көнсығыш электр бүлеү селтәрҙәре, кирбес заводы, Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинаты, “Дуванводоканал” МУП‑ы, икмәк комбинаты, иген ҡабул итеү пр‑тиеһы (Дыуан), юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, МТС, автотранспорт пр‑тиеһы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Бөрө—Таҙтүбә—Һатҡы (Силәбе өлк.), Кропачёв (Силәбе өлк.)—Мәсәғүт—Әшит (Свердловск өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ-көнсығыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда Дыуан аграр техникумы, Мәсәғүт педагогия колледжы, ПУ (Ярославка), 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 16‑һы урта мәктәп, ш. иҫ. Дыуан урта мәктәбе, Мәсәғүт лицейы №1, Респ. лицей-интернаты, 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 муз. мәктәбе, Пионерҙар йорто; үҙәк район һәм участка дауаханалары, 5 амбулатория, 21 фельдшеракушерлыҡ пункты, “Әй” шифахана-профилакторийы; ипподром (Дыуан); 26 клуб учреждениеһы, 21 китапхана эшләй. Районда 3 өлгөлө һәм 10 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы бар. “Дуванский вестник” һәм “Әйлестан” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.