ДУБИН, Сирмеш й. (Кама й. ҡушылдығы) басс. һаҙлыҡ, Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 398 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,2 м. Башлыса яуым-төшөм м‑н туйына. Боросло ҡымыҙлыҡ, еңсәле мамыҡбаш күрән, ҡара ҡарағат, тал, ябай ҡарағай һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, ҡыҙыл төлкө, мышы, урғуян, ҡара төйлөгән, һаҙ көйгәнәге, һоро өйрәк һ.б. йәшәй. Ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ҡара ҡаҙ, ҡашҡа ҡаҙ һ.б. күсәр ҡоштар туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.