ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович (1.9.1930, Урал өлк. Уралец ҡсб), тау инженеры-геолог. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). 1956 й. алып “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геол. разведка партияһының баш инженеры, 1959 й. — Башҡ‑н терр. геол. идаралығы Сибай геол. разведка экспедицияһының баш геологы; 1967—97 йй. “Урал геологик төшөрөү экспедицияһы” ААЙ‑нда (Екатеринбург ҡ.) эшләй. Фәнни-производство эшмәкәрлеге Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауға бәйле. Бүребай ятҡылығы р‑нында эҙләнеү эштәре м‑н етәкселек итә, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығына өҫтәлмә разведка үткәрә. Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығын беренсе асыусы, Маҡан һәм башҡа ятҡылыҡтарҙы асыуҙа ҡатнаша. 10 фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980).

Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке