ДЕНУДАЦИЯ (лат. denudatio — яланғасланыу, асылыу), тау тоҡомдары ашалыуы ҡалдыҡтарының ҡалҡыу урындарҙан уйһыулыҡтарға күсеү һәм тупланыу процестары йыйыл маһы. Башлыса Д. ерҙең рельефын барлыҡҡа килтереүсе һәм үҙгәртеүсе экзоген процесс иҫәпләнә. Д. процестары нигеҙендә Ерҙең тартыу көсө ята, ш. уҡ ел (дефляция), ер өҫтө һыуҙары һәм ер аҫты һыуҙары (карст, суффозия) һ.б. тәбиғәт күренештәре ҡатнаша ала. Д. тиҙлеге Ер ҡабығының хәрәкәтсәнлегенә, геол. төҙөлөшөнә, рельеф үҙенсәлектәренә, климатҡа бәйле. Яҫылыҡ (ер өҫтө йыуылыуы, ел һәм ҡитға боҙлоҡтары тәьҫире) һәм һыҙма (аҡҡан һыу һ.б. тәьҫире) Д. айырыла. Д. процестары һөҙөмтәһендә ер өҫтө тигеҙләнә: тауҙар урынында — тигеҙлектәр, тау итәктәрендә һөҙәк тау битләүҙәре, баҫҡыстар барлыҡҡа килә. Башҡортостанда рельефтың денудацион тибы өҫтөнлөк итә: Башҡортостандың Урал алды — Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығынан, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенән, Өфө яйлаһынан һ.б., Башҡортостандың Урал аръяғы Урал аръяғы яйлаһынан тора. Иртә мезозойҙа тиҙ барған Д. һөҙөмтәһендә Урал тауҙары емерелеп, уның урынында тигеҙлек барлыҡҡа килә. Артабан Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында төрлө тиҙлектә барған тектоник күренештәр арҡаһында Уралдың көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәрендә ныҡ телгеләнгән һәм тигеҙләнгән рельеф (убалар теҙмәһенән сусаҡлыҡтарға тиклем) өҫтөнлөк ала башлай.

П.Н.Швецов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.