ДЕМОГРАФИЯ (гр. demos — халыҡ һәм …графия), халыҡтың тәбиғи артыу законлыҡтары һәм уның соц.‑иҡт. шарттарға бәйле булыуы т‑дағы ижт. фән. Халыҡ һанының ғәмәли үҙгәрешен, никах һәм айырылышыу күренештәрен, ғаилә составын, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһын, ш. уҡ кеше һаны артыуының йәмғиәт үҫешенә йоғонтоһон өйрәнә. Халыҡ иҫәбе артыуы законлыҡтарына, уның соц. һәм иҡт. йәшәйеш үҙенсәлектәренә таянып хөкүмәттең демографик сәйәсәте булдырыла. Д. фәне антропология, археология, география, геронтология, иҡтисад, кеше физиологияһы, медицина, медицина генетикаһы, соц. гигиена, соц. психология, социаль экология, социология, тарих, халыҡ географияһы, хоҡуҡ белеме, хәрби фәндәр, этнология һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Д. тарихына, тарихи, тасуири, теоретик, иҡт. Д. бүленә. Халыҡ иҫәбен алыу, һайланма тикшереү, экспедициялар, халыҡ йәшәгән урындарҙы өйрәнеү, торама пункттар исемлегенең мәғлүмәттәре Д. төп сығанағы булып тора. Башҡортостан халҡы т‑дағы тәүге демографик мәғлүмәттәр 1768—74 йй. ойошторолған Академик экспедицияларҙың хеҙмәттәрендә, П.И.Рычков һ.б. яҙмаларында бар. 19 б. 2‑се ярт. Рус география йәмғиәтенең һәм Император Ҡазан ун‑ты ғалимдары эштәрендә Волга буйы һәм Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтар т‑да тарихи, демографик һ.б. мәғлүмәттәр бирелгән (П.И.Кеппен, В.Н.Витевский, Н.В.Никольский һ.б.). Н.А.Аристовтың хеҙмәттәрендә төрки ҡәбиләләрҙең һаны һәм этник составы килтерелгән. 50‑се йй. аҙағында В.М.Черемшанскийҙың эштәре башҡорттарҙың, төбәктәге башҡа халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен, иҫәбен һәм халыҡ ҡатламдарының торошон өйрәнеүгә арналған. Демографик белешмәләр Н.А.Гурвич, М.М.Кенигсберг, Д.П.Никольский, В.Э.Ден хеҙмәттәрендә бирелгән. Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтарының иҫәбе, таралып ултырыуы, күсеп йөрөүе т‑дағы мәғлүмәттәр М.А.Круковский, П.П.Семёнов-Тян‑Шанский һ.б. тикшеренеүҙәрендә сағыла. 20‑се б. тәүге сирегендә Н.Н.Барсов, Г.И.Комиссаров, С.И.Руденко һ.б. хеҙмәттәре Д. проблемаларына арналған. Авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт университетында, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Этнологик тикшеренеүҙәр институтында һ.б. Башҡортостандағы демографик процестарҙың үҙенсәлеге һәм йүнәлеше (Р.Ә.Ғәлин, Р.Т.Нәсибуллин, Ф.У.Мөхәмәтлатипов, Р.М.Сәфиуллина, Я.А.Скрябина һ.б.), этник һәм тарихи Д. (Н.В.Бикбулатов, Р.З.Йәнғужин, Р.Ғ.Кузеев, М.В.Мырҙабулатов, М.И.Роднов, Ә.З.Әсфәндиәров, Б.Х.Юлдашбаев, А.Б.Юнысова һ.б.) өйрәнелгән.

Р.Ә.Ғәлин, Р.М.Сәфиуллина

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке