АҘАУ, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Раутау т. юл ст. Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 563; 1939 — 721; 1959 — 739; 1989 — 572; 2002 — 488; 2010 — 461 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Йосоп Аҙауов билдәле. 1795 й. 14 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 й. 66 йортта — 197 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. З.Х.Ғөбәйҙуллина ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018