ДИМ, Күгиҙел, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Фёдоровка р‑ны Алешкин а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Дөйөм Һырттың төньяҡ битләүендә башлана. Ырымбур өлк. буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, артабан Башҡортостан сиктәренән төньяҡ-көнсығышҡа табан Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә һәм Өфө р‑ндары аша үтеп, Ағиҙел й. (тамағынан 475 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 535 км, басс. майҙаны 12,8 мең км2, дөйөм түбәнәйеүе 267 м. Башҡортостанда оҙонлоғо 420 км, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Бишбүләк р‑ны Дүсән а. эргәһендә уртаса йыллыҡ аҡманың 74%‑ы — яҙғы (апр.—май), 16,3%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 9,7%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Шишмә р‑ны Бочкаревка а. эргәһендә яҙғы аҡма 63,2%‑ҡа тиклем кәмей, йәйге һәм көҙгөһө 23,9%‑ҡа арта, ҡышҡыһы 12,9% тәшкил итә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3/сек) Дүсән а. эргәһендә — 19,7, Бочкаревка а. — 47,6, тамағында 48,6 тәшкил итә. Д. йылға басс. Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығында, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында һәм Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Көңгөр ярусы, ҡазан ярусы, өфө ярусы һәм плиоцендың ағым һыу ултырма тоҡомдарынан тора. Карст үҫеш алған. Ландшафына ҡараһыу һоро урман тупраҡтарындағы киң япраҡлы урмандар, ваҡ япраҡлы икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандары, йыуылған, типик һәм карбонатлы типик ҡара тупраҡтарҙағы болондар һәм далалар хас. Урмандар басс. 12%‑ын биләй. Дәүләкән ҡ., Йоматау шифаханаһы, “Восход” туристар базаһы Д. ярҙарында урынлашҡан. Ҡушылдыҡтары: уң — Өйәҙе, Миәкә һ.б.; һул — Мәнәүез, Ҡурһаҡ, Төйлән, Оло Өйҙөрәк һ.б. Исеме башҡорт диалект һүҙе: упҡын, соңғол, батҡаҡты аңлата.

В.А.Балков

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке