ДВОРКИН Владимир Исаакович (28.10.1954, Октябрьский ҡ.), геофизик. Техник ф. д‑ры (2003). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2005). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тының Калинин бүлексәһендә (Тверь ҡ.), 1980 й. алып “Башнефтегеофизика” тресында эшләй. 1983 й. башлап “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында (Өфө): 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. – лаб. мөдире, 2005 й. – бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап ӨДНТУ‑ның геофизика каф. мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе комплекслы анализлау м‑н бәйле. Д. тарафынан скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәр ҡулланып коллекторҙарҙың тулылығын билдәләү, нефть запастарын эшләп сығарыуҙы контролдә тотоу технологиялары эшләнә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Геофизический мониторинг разработки нефтяных пластов, обсаженных стекло-пластиковыми трубами. Уфа, 2001.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.