ДАУАР, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1004 га, торф ҡатламының уртаса ҡалынлығы 2,7 м, иң ҡалыны — 8,5 м. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Бүленгән эт дегәнәге, тимгелле һаңғырау кесерткән, уҫаҡ, ябай балан, ябай йүкә, ябай ҡомалаҡ, ябай муйыл һ.б. үҫә. Ҡабан, мышы, ябай төлкө, ҡара төйлөгән, һаҙ көйгәнәге һ.б. йәшәй. Ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ҡара ҡаҙ, ҡашҡа ҡаҙ һ.б. күсмә ҡоштар туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке