ДӘҮЛӘКӘН, БР-ҙағы ҡала һәм тимер юл станцияһы, Дәүләкән р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡ-көнбайышҡа табан 105 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 41 км2. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,2; 1920 — 5,9; 1939 — 13,8; 1959 — 17,1; 1989 — 21,2; 2002 — 23,9; 2010 — 24,1. Милли составы: урыҫтар — 47,1%, башҡорттар — 22,0%, татарҙар — 20,1%, украиндар — 6,0%.

Д. иҡтисади нигеҙен он тартыу, ярма һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте тәшкил итә. Ҡалала “Дәүләкән селтәрҙәре” БашРЭС ЯСЙ, “Йылылыҡ селтәрҙәре” МУП‑ы, “Сельмаш”, “Нефтемаш” ААЙ‑лары, Дәүләкән кирбес заводы, Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы, Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1, Дәүләкән иген продукттары комбинаты №2, “Дәүләкән һөт компанияһы” ЯАЙ, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Д. аша Куйбышев т. юлы (Абдулин—Өфө участкаһы), Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә, Бүздәк—Дәүләкән, Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдары үтә. Дәүләкән — Раевка сәнәғәт узелына инә.

Дәүләкәндә Архитектура-төҙөлөш колледжының, Өфө политехник техникумының филиалдары, һөнәрселек училищеһы, 3 урта мәктәп, Дәүләкән башҡорт гимназияинтернаты №3, 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Балалар ижады йорто; үҙәк район дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы көрәшеү бүлеге, балаларҙы һауыҡтырыу үҙәге; мәҙәниәт һарайы, 3 китапхана, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Хәкимов Ә. музейы; физкультураһауыҡтырыу комплексы; Дәүләкән йәмиғ мәсете, сиркәү бар. Ҡалала 7 халыҡ һәм 5 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Асылыкуль” гәз. сыға.

1888 й. һәм 1890 й. араһында ҺамарЗлатоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөгән ваҡытта т. юл ст. булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 4 йортта 37 кеше йәшәгән. Почта бүлексәһе, элеватор булған. 1906 й. янындағы Этҡол а. менән бергә иҫәпкә алынған; мәсет, православие ғибәҙәт йорто, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, почта станцияһы, дарыухана, ҡымыҙ дауаханаһы, сәйхана‑уҡыу бүлмәһе, шарап, 3 һыра һәм 101 сауҙа кибете, 6 тимерлек, 7 склад теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 20 б. башында Д., Этҡол а. һәм Дәүләкән а. бер торама пунктҡа берләшә, һәм 1913 й. ауыл кешеләре, ҡасабаны ҡалаға әйләндереүҙе һорап, үтенес яҙыуы бирә. 1917 й. алып ҡала, 1920 й. — ҡасаба, 1926 й. — ауыл, 1928 й. — ҡала тибындағы ҡасаба, 1942 й. хәҙ. статусын ала. 50-се йй. Д. эсенә Яңы Көрмәнкәй а. һәм Вязьмин утары инә. Д. 50‑нән ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар: тимер юл вокзалы (1898), элеватор (19 б. аҙ.), элекке урыҫ гимназияһы (1900), Немец биҫтәһе биналары комплексы (1905—06), һыу ҡыуыу башняһы (1909) һәм башҡалар. Д. эргәһендә боронғо Дәүләкән ҡәберлеге бар.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.