ГУБКИН Иван Михайлович (9.9.1871, Владимир губ. Поздняково а. – 21.4.1939, Мәскәү), геолог-нефтсе. СССР ФА акад. (1929; 1936 й. алып вице-президенты), проф. (1920). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника хеҙмәткәре (1929). Фәнни эшмәкәрлеге нефттең барлыҡҡа килеү теорияһы нигеҙҙәрен эшләүгә, нефть ятыштарының барлыҡҡа килеү шарттарын өйрәнеүгә һәм Кавказ, Ҡырым һәм Урал-Волга буйы нефть ятҡылыҡтарын классификациялауға бәйле. Нефть геологияһы б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Г. “Икенсе Баҡы” (ҡара: Волга-Урал  нефтле  һәм газлы провинцияһы) булараҡ билдәле яңы нефть районын ойоштороуҙы һәм уның сәнәғәт өсөн перспективаларын нигеҙләй. БАССР терр‑яһында нефткә тәүге геол. разведка  эштәрен ойоштороусы. Ленин пр. лауреаты (1929). Уның исеме м‑н фораминиферҙарҙың Gubkinella Suleimanov ярым класы, БР‑ҙа Ишембай, Өфө, Салауат ҡҡ. һ.б. урамдар аталған, Октябрьский ҡ. бюст ҡуйылған. 1949 й. Г. исемендәге премия булдырылған.

Хеҙм.: Башкирская нефть, её значение и перспективы развития. Уфа, 1932; Урало-Волжская нефтеносная область (Второе Баку). М.; Л., 1940; Избранные сочинения: в 2 т. М., 1950—1953.

Әҙәб.: Сборник геологических работ, посвящённых памяти академика И.М.Губкина. М.; Л., 1948.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика