ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Марсель Ғәлиулла улы (3.7.1948, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Түб. Сереккүл а.), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (2003), проф. (2009). РФ‑тың атҡ. геологы (2011). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) 1975 й. тиклем Ҡустанай геофизика экспедицияһында (Ҡаҙағстан), 1979 й. алып Бөтә Союз геол. һәм нефть ҒТИ‑ның Кама бүлексәһендә (Пермь ҡ.) эшләй. 1980 й. башлап Архангельск ҡ.: Новодвинск геофизика экспедицияһының баш геофизигы, баш инженеры, нач., 1993 й. – фәнни-техник үҙәктең баш инженеры, 1996 й. – “Архангельскгеолдобыча” ААЙ‑ның нефть ташыу идаралығы нач. урынбаҫары, 2000 й. – Төньяҡ геол. мәғлүмәт үҙәге дир., 2003 й. – Архангельск техник ун‑ты Нефть һәм газ ин‑тының нефть һәм газ ташыу һәм һаҡлау каф. мөдире; бер үк ваҡытта 2008 й. тиклем “Татнефть–Архангельск” ЯСЙ‑ның баш геологы һәм 2010 й. алып М.В.Ломоносов ис. Төньяҡ (Арктик) федераль ун‑ттың Нефть һәм газ ин‑ты директоры. Фәнни-производство эшмәкәрлеге Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғындағы нефть ятҡылыҡтарының геоэкологияһы, алмаслы кимберлит көпшәләрен эҙләүҙә геофизик ысулдарҙы эшләү һәм индереү проблемаларына арналған. Архангельск алмаслы провинцияһын (Европала берҙән-бер) асыуҙа ҡатнаша. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Геоэкологические условия освоения минерально-сырьевых ресурсов Европейского Севера России. Архангельск, 2002; Оценка и прогнозирование экологического состояния геологической среды при освоении севера Тимано-Печорской нефтегазоносной провинции. Архангельск, 2008 (авторҙ.); Система Белого моря. В 2 т. Т.1. Природная среда водосбора Белого моря. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика