ГРЁЗЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Шүлгәнташ мәмерйәһенән көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта девондың аҡһыл һоро эзбизташында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 1154 м, тәрәнлеге 85 м, амплитудаһы 91 м, майҙаны 2800 м2, күләме 8400 м3. Мәмерйә ауыҙы (киңлеге 4,5 м, бейеклеге 3 м) сығыр урыны булмаған йылға үҙәненең төбөндә урынлашҡан, көньяҡҡа ҡарай. Мәмерйә ҡоҙоҡтар м‑н тоташҡан, түбәнәйә барған коридорҙар системаһынан тора. 30 м оҙонлоҡтағы беренсе коридор — боҙлоҡ м‑н, 100 м оҙонлоҡтағы икенсеһе Зәңгәр зал (оҙонлоғо 60 м, киңлеге 10 м, бейеклеге 20 м) м‑н тамамлана, 100 м оҙонлоҡтағы өсөнсө коридор буйлап шишмә аға. Мәмерйәнең аҫҡы өлөшөндәге галерея (оҙонлоғо 180 м) буйлап йылға аға, уның һыу сығымы 5 л/с (яҙын — 15 л/с тиклем). Мәмерйәлә сталактиттар, сталагмиттар, кальцит ҡатламдары һәм гурҙар бар. Күп һанлы ер аҫты коллекторҙары лабиринттар барлыҡҡа килтерә. Һауа т‑раһы йәйен 9°С. Мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика