ГОРСКИЙ Иван Иванович (31.8.1893, Ярославль губ. Рыбинск ҡ. – 9.7.1975, Мәскәү), геолог, палеонтолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1937), проф. (1935). Петроград тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1920) 1960 й. тиклем шунда уҡ уҡыта (1945 й. алып палеонтология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1947 й. тиклем Бөтә Союз геол. ин‑тында (Ленинград; 1944 й. алып дир.) эшләй. 1947—69 йй. СССР ФА‑нда: 1952 й. тиклем Карел-Фин филиалы (Петрозаводск ҡ.) Президиумы рәйесе, 1950—59 йй. Күмер геологияһы лаб. (Ленинград) дир., 1960—68 йй. СССР ФА‑ның Ер т‑дағы фәндәр бүлегенең акад.-секретары урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре таш күмер ҡатламдарының стратиграфияһы, палеонтологияһы һәм тектоникаһына, Уралдың яғыулыҡ-энергетика базаһын баһалауға арналған. Г. тарафынан Яңы Ер карбоны, Ҡаҙағстан, Урал фаунаһы (коралдар, брахиоподтар) өйрәнелә, Уралдың тектоник схемаһы эшләнә һәм унда Урал алды бөгөлө, Башҡорт мегантиклинорийы, Йылайыр синклинорийы һ.б. структуралар айырып күрһәтелә. Уралдың геол. картаһы (1939), СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң, Урал һәм Кавказдың геол. картаһы (1948), СССР күмере прогнозы б‑са дөйөм карта (1953), Уралдың йыйылма геол. картаһы (1959), Европаның халыҡ-ара күмер ҡатламдары картаһы (1967) һ.б. мөхәррире һәм авторҙашы. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз палеонтология йәмғиәте (1954—75), СССР геологтарының милли ком‑ты рәйесе. Ленин (1948, 1949), Окт. Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), “Почёт Билдәһе” (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Коралл полибының юҡҡа сыҡҡан тоҡомдарына (Gorskyella, Gorskyites) һәм төрҙәренә (Lonsdaleia gorskyi, Syringopora gorskyi һ.б.), радиолярий, строматопорат, фораминифер төрҙәренә  Г. исеме бирелгән.

Хеҙм.: Геологический очерк Кизеловского района //Угленосные отложения западного склона Урала. Л.;М., 1932; Урало-Новоземельская складчатая область //Геологическое строение СССР. Т.3. М., 1958; Кораллы среднего карбона западного склона Урала. М., 1978.

Әҙәб.: Выдающиеся учёные Геологического комитета — ВСЕГЕИ. Л., 1984.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисовъ

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика