ГОЛУБЕВ Михаил Викторович (23.3.1970, Нефтекама ҡ. — 28.10.2010, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (2006). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) “Реактив” ғилми-производство фирмаһы ЯСЙ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре булып эшләй. 1998 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002 й. башлап төркөм етәксеһе; 2003 й. алып ӨДНТУ‑ла. 2006 й. башлап “Роснефть—УфаНИПИнефть” ЯСЙ‑ның бүлек нач. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарында нефть, газ һәм һыу йыйыу системаһын камиллаштырыуға, унда реагенттарҙы, ш. иҫ. коррозия ингибиторҙарын рациональ ҡулланыуға бәйле. 80 фәнни хеҙмәт, 18 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Осложнения в нефтедобыче. Уфа, 2003 (авторҙ.); Сбор и подготовка сернистой нефти. Уфа, 2005 (авторҙ.); Состояние и перспективы развития ресурсно-сырьевой базы нефтяной и газовой промышленности России: обзор текущей информации. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика