Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GLADKA_gora.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GLADKA_gora.jpg'

ГЛАДКИЙ, Салғыя рифы, ҡалдыҡ тау, көньяҡ-көнбайыш өлөшө – тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Ярославка һәм Салғыя аа. араһында Мәләкәҫ й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 364,6 м. Конус формаһында, түбәһе яҫы. Битләүҙәре текә. Ташҡа әйләнгән диңгеҙ риф фаунаһы ҡалдыҡтары м‑н көңгөр ярусының карбонатлы тоҡомдарынан тора. Ландшафы кәҫле көлһыу, болон ҡара тупрағындағы һәм һоро урман тупрағындағы ысын һәм ҡоро болондарҙан, ҡайын урмандарынан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре осрай: дөйә ҡылғаны, Крашенинников минуарцияһы, ҡылсыҡлы аҡтамыр.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на башкирском языке

Яндекс.Метрика