АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы (1.5.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Кәркәле а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1993). Тажик а.х. ин‑тын тамамлаған (Дүшәмбе, 1963). 1956—80 йй. Тажик ССР‑ы ФА‑ның Химия ин‑тында, 1981—95 йй. Тажик ун‑тында (икеһе лә — Дүшәмбе) эшләй. 1980—81 йй. БНИИСХ‑ла өлкән, 1995 й. алып төп, 2001—08 йй. баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. пр‑тиелары ҡалдыҡтары һәм һоро күмерҙең серетмә берләшмәләре нигеҙендә комплекслы ашламалар булдырыуға арналған. 75‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гуминовые удобрения и урожайность хлопчатника //Хлопководство. 1986. №2 (авторҙ.); О комплексном характере действия физиологически активных гумусовых веществ на растения // Биологические науки. 1992. №10.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке