ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, халыҡ хужалығын метеорология, климатология, гидрология өлкәһендәге мәғлүмәттәр һәм прогноздар м‑н тәьмин итә. Г.х. бурыстары: РФ терр‑яһы, сит илдәр һәм Донъя океаны акваторияһы б‑са гидрометеорологик мәғлүмәт туплау, дөйөмләштереү, анализлау һәм таратыу; ш. уҡ һауа торошо, климат һәм гидрологик процестарға тәьҫир итеү алымдарын эшләү һәм индереү; атмосфера һауаһының, ҡоро ер, диңгеҙ һәм океан һыуҙарының химик составын өйрәнеү; метеорология һәм климатология б‑са ғилми тикшеренеүҙәрҙе координациялау. Күҙәтеүҙәр метеорология, гидрология станцияларында һәм постарында үткәрелә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы б‑са федераль хеҙмәт (Росгидромет) етәкселек итә. 1780 й. С.Ребелинский тарафынан Башҡортостанда тәүге тапҡыр һауа күренештәрен күҙәтеү башлана, 19 б. 30‑сы йй. А.О.Боссе күҙәтеүҙәр алып бара. 1835—50 йй. метеорология мәғлүмәттәре К.С.Веселовский һәм В.М.Черемшанский хеҙмәттәрендә дөйөмләштерелә. 1875 й. Өфө губерна земствоһы Өфө губернаһының метеорология станцияһы селтәрен ойоштора. Инструменттар ярҙамында тәүге күҙәтеүҙәр 1877 й. Өфөлә Ағиҙел й. һыу үлсәү посы асылғандан һуң башлана, 1901 й. Минзәлә һәм Бәләбәй а.х. мәктәптәрендә, Өфө, Бөрө ҡҡ. һ.б. алып барыла. 1913 й. Өфө губерна Г.х. метеобюронан һәм 22 метеостанциянан (Граждандар һуғышы йылдарында 6‑ға тиклем кәмей) тора. 1921 й. Өфө губерна ер бүлеге метеорология селтәрен тергеҙә: 1923 й. БАССР‑ҙың Игенселек ХК эргәһендә метеобюро (1930 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге гидрометеобюро) ойошторола; 1933 й. — БАССР‑ҙың Гидрометеорология хеҙмәте идаралығы (1989 й. башлап Башҡ‑н гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы), уның составына Гидрометеорология үҙәге, Тирә-яҡ мөхит мониторингы үҙәге (икеһе лә — Өфө), үлсәү саралары һәм мәғлүмәттәр тапшырыуҙың автоматлаштырылған системаһы хеҙмәте, 33 метеостанция (шуларҙың 1‑еһе аэрология, 1‑еһе актинометрия, 4‑еһе гидрология станцияһы), 4 метеорология посы, 68 гидрология посы, 20 атмосфера һауаһы бысраныуын күҙәтеү посы, 50 һыу объекттарын күҙәтеү створы инә (2011). 2002 й. алып БР‑ҙың Гидрометеорология хеҙмәте тарихы музейы эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәр һәм күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре респ. терр‑яларын агроклимат б‑са районлаштырыуҙа (ҡара: Агроклиматология), һыу кадастрын, йылғаларҙың экология паспорттарын төҙөгәндә (ҡара: Агрометеорология) һ.б. ҡулланыла.

В.В.Лапиков

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика