ГИДРОЛОГИЯ (гидро... һәм ...логия), географияның Ерҙең гидросфераһын, уның үҙенсәлектәрен һәм унда барған процестарҙы, күренештәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Г. геология, геоморфология, геодинамика, геоэкология, геохимия, гидрогеология, метеорология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Дөйөм, ҡоро ер, диңгеҙ (океанология) Г. айырыла. Ҡоро ер Г. һаҙлыҡтарҙы өйрәнеү ғилеменә, гидрографияға, гляциологияға, гидрометрияға, күлдәрҙе өйрәнеү ғилеменә (лимнология), инженерлыҡ Г. һ.б. бүленә. Г. төп өйрәнеү объекты — һыу ресурстары, уларҙың формалашыу шарттары һәм законлыҡтары, сифат һәм һан яғынан баһалау һ.б. Һыу ресурстарының торошо т‑дағы мәғлүмәттәр уларҙы ауыл хужалығы (ҡара: Һыу хужалығы) ихтыяжы өсөн комплекслы файҙаланыуҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Башҡортостан һыуҙары т‑дағы тәүге мәғлүмәттәр Академик экспедициялар материалдарына ҡарай. 19 б. йылғаларҙы тикшереү судносылыҡ (ҡара: Йылға транспорты) үҫеше м‑н бәйле. 1857 й. “Ағиҙел йылғаһының һәм уның ҡушылдыҡтары Эҫем м-н һәм Инйәрҙең тасуирламаһы” (“Описание р.Белой и её притоков Сима и Инзера”) китабы нәшер ителә, 1877 й. Бәйләнеш юлдары министрлығының һыуҙа йөҙөүҙе өйрәнеү комиссияһы ойошторола һәм Өфөлә Ағиҙел й. буйында һыу үлсәү посы булдырыла, 1880 й. — Бөрө ҡ., 1919 й. — Стәрлетамаҡ ҡ., 1912 й.  Бөрө өйәҙенең Бағаҙытамаҡ һәм Аҡ Шишмә аа. (хәҙ. Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел һәм Нуриман р‑ны Ҡыҙыл Шишмә аа.) Ҡариҙел й. буйында төҙөлә. 20 б. башына бөтә йылғаларҙың да суднолар йөрөүгә яраҡлы участкаларында гидрологик постар булдырыла. Гидрографик селтәргә тасуирлама “Ырымбур губернаһы. 1866 йылғы мәғлүмәттәр б‑са торама урындар исемлеге” (“Оренбургская губерния. Списки населённых мест по сведениям 1866 года”; 1871), “Өфө губернаһы. 1870 йылғы мәғлүмәттәр б‑са торама урындар исемлеге” (“Уфимская губерния. Список населённых пунктов по сведениям 1870 года”; 1877), Д.Н.Соколовтың “Ырымбур губернаһының географик очерктары” (“Географические очерки Оренбургской губернии”; 1916), “Ырымбур губернаһының тәбиғи райондары” китаптарында һ.б. бирелгән. Башҡортостан комплекслы экспедицияһының гидрология отряды тарафынан респ. тәүге һыу кадастры төҙөлә, терр‑яға гидрологик районлаштырыу үткәрелә. 30‑сы йй. алып һыу кадастрын планлы рәүештә алып барыу, гидрологик күҙәтеүҙәр, гидрологик режимды күҙаллау Башҡ‑н гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы тарафынан 68 күҙәтеү урынында башҡарыла (2011). 40-сы йй. бәләкәй йылғаларҙы өйрәнеүгә В.В.Петров, Л.А.Юшко һ.б. хеҙмәттәре арнала. 70‑се йй. респ. терр‑яһында йыллыҡ аҡма үҙгәреүе (Р.З.Бикбова), Асылыкүлдең һәм Ҡандракүлдең гидрологик үҙенсәлектәре (Н.Н.Алтай, Г.А.Минх) өйрәнелә. 60‑сы йй. аҙ. алып Башҡорт дәүләт университетының физик геогр. һәм ҡоро ер Г. каф. (В.А.Балков, А.М.Гәрәев) гидрологик режим, терр‑ялағы һыу балансын баһалау, кеше хеҙмәтенең һыу комплекстарына йоғонтоһо, һыуҙы файҙаланыуҙы оптималләштереү, йылға басс. һыу һаҡлау сараларын эшләү, һыу һаҡлау зоналары булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре б‑са гидрологик районлаштырыу үткәрелә (Балков, В.А.Загорский), гидрологик карталар, гидрографик селтәр карталары һәм һыу балансы материалдары төҙөлә. Проект гидротехник эштәре “Башгипроводхоз” ААЙ, “Көнбайыш Урал инженерлыҡ‑төҙөлөш эштәре тресы” ЯАЙ һ.б. тарафынан алып барыла.

В.А.Балков, В.А.Загорский

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика