ГИДРОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер өҫтөн ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙарының гидрологик режимы оҡшашлығы б-са терр‑яларға бүлеү. Гидрологик билдәләр комплексы б‑са йәки уларҙың иң мөһим билдәһенә ҡарап (уртаса, макс., миним. аҡма дәүмәлдәре, туйыныу режимы һ.б.) һәм терр‑яларҙың физик‑геогр. шарттарын (урындың геол. төҙөлөшө, рельефы, климаты, тупраҡ һәм үҫемлектәр япмаһы) иҫәпкә алып башҡарыла. Г.р. төп берәмектәре — гидрологик илдәр, өлкәләр, зоналар, райондар һ.б. Һөҙөмтәләр терр‑яларға методик иҫәп һәм күҙаллауҙар үткәреү б-са гидрологик характеристикалар эшләгәндә ҡулланыла. Башҡортостан терр‑яһында тәүге Г.р. Башҡортостан комплекслы экспедицияһының гидрологик отряды тарафынан үткәрелә. 1972 й. Н.М.Алюшинская Көньяҡ Уралға йыллыҡ аҡма күләме һәм урындың бейеклеге нисбәте б‑са Г.р. үткәреп, 4 өлкәне (Урал алды тигеҙлеге, урман‑тау өлкәһе, Өфө яйлаһы, Урал аръяғы) һәм 6 гидрологик районды айырып күрһәтә. 1978 й. В.А.Балков тарафынан БР терр‑яһына уртаса йыллыҡ аҡма күләменең һәм яуым‑төшөм миҡдарына ҡарата нисбәте б‑са Г.р. үткәреп, 3 өлкә (Башҡортостандың Урал алды, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы, Башҡортостандың Урал аръяғы), 17 гидрологик район айырып күрһәтелә. 2005 й. В.А.Загорский миҙгел ағымы төрҙәре нисбәте б‑са БР‑ға Г.р. үткәрә, 4 гидрологик районды айырып күрһәтә: ташҡын ваҡытында юғары һәм урта кимәле түбән аҡма, йыллыҡ аҡма күләменең 40—45%‑ы урта кимәлдә, йыллыҡ аҡма күләменең 45—55%‑ы уртаса кимәлдә, урта кимәлле аҡманың йыллыҡ аҡмаға ҡарата бик ҙур кимәлдә булыуы (ҡара: карта).

В.А.Загорский

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика